Новинки

БЕҘҘЕҢ КИТАПХАНАЛА ЯҢЫ КИТАПТАР!!!

Күренекле яҙыусы Зиннур Ураксиндың был китабына романдар һәм повестар индерелде. Романдарында XIX быуаттың 30-сы йылдары — кантондар заманы, Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙы төҙөү тарихы тасуирланһа, повестарында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл тормошо һүрәтләнә.

 

 

 

 

 

 

Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”романында ярлы башҡорт ауылы кешеләренең яҙмышы, кәмһетелгәндәрҙең синфи аңы уяныуы, азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелеүе, яҡтыға, бәхеткә ынтылыуы һүрәтләнә. Был «Яҡтыға» трилогияһының тәүге китабы.

 

 

 

                                                                                                                                                                                                    

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Әҫәрҙәр”енең X томына авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған көндәлектәре, хаттары тупланды.

 

           

 

 

 

 

 

  Билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” исемле китабына әлегәсә донъя күрмәгән повесть, хикәйәләре тупланды.

Автор әҫәрҙәрендә тормошта булған ыңғай һәм кире күренештәрҙе үҙенсәлекле тасуирлай, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла.

 

 

 

 

 Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипованың был китабына мәщһүр “Бөйрәкәй” романының өсөнсө өлөшө, хикәйәләре, нәҫерҙәре, республика һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙың театрҙары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән барған, меңәрләгән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған пьесалары, замандаштары тураһындағы очерктары, ижади портреттары, шулай уҡ ер, ил, әҙәбиәт яҙмышы хаҡында тәрән уйланыуҙар ерлегендә тыуған әңгәмәләр тупланды.

            Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.

 

 

   Гүзәл Ситдиҡованың  “Ағып килә Мәңгелек” исемле

йыйынтығына төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, поэмалары, тәржемәләре, шулай уҡ ҡыҫҡа ғына  “Һүҙ уңайында әйтелгәндәр” тип исемләнгән күҙәтеүҙәре, тормош күренештәре, йәшәйеш турһында уйланыуҙары ингән.