Сулейманова Манзиля Тухватулловна

Сулейманова Манзиля Тухватулловна родилась в 1966 году 27 февраля в деревне Азово Архангельского района Республики Башкортостан. Училась в г. Уфе в башкирской гимназии №1 им. Рами Гарипова. Окончила Башкирский государственный университет (г. Уфа), факультет башкирской филологии и журналистики. Много лет работала учителем башкирского языка и литературы в г. Агидель. Пишет и исполняет кубаиры. Дипломант Межрегионального литературно-поэтического фестиваля-конкурса устного творчества «Ата-бабалар ауазы» — «Зов предков».

Башҡортостан

Башҡортостан - тыуған илем бар,

Ағиҙелем - тыуған ҡалам бар,

Тыныслыҡта йәшәр илем бар,

Гөрләп сәскә атыр ҡалам бар.

Гел йәшә, беҙҙең Башҡортостан,

һине яҡлар йәш быуының бар.

Данлы үткәнеңде һаҡларлыҡ

Үҫеп килгән яңы быуын бар.

 

Ғорур баҫҡан ҡаяларыңда

Саңҡылтаған бөркөттәреңдәй,

Мең ғазаптар үткән юлыңда,

һағыш тулы ҡурай моңонда

Киләсәккә өмөт бағлаған,

Изге эштә илен данлаған,

Моңло йырҙарында маҡтаған

Сәсән һүҙле зирәк улдар бар.

 

Зифа буйлы ҡайындарыңдай

Сылтыр шишмә һыуҙың сафлығын,

Аллы-гөллө сәскәләреңдең

Наҙын йыйған һылыу ҡыҙҙар бар.

Гел йәшә, беҙҙең Башҡортостан,

Аҡ хыялдар менән сорналған.

Илдең ышанысын аҡларлыҡ

Ҡыҙҙар һәм егеттәр беҙҙә бар!

 

 Произведения

  Литераторы  Агидели : [альманах] / Лит. об-ние "Агидельские родники"  ; [ред. Ю. А. Шурупов и др.]. - Нефтекамск: Нефтекамский Дом печати, 2013. - 64 с.

Кн. на рус., тат. и башк. яз.

  Литераторы  Агидели : [альманах] / Лит. об-ние "Агидельские родники"  ; [ред. Ю. А. Шурупов и др.]. - Нефтекамск: Нефтекамский Дом печати, 2014. - 80 с.

 

Кн. на рус., тат. и башк. яз.